Сочинение "Минең ҡартатайым – сиҙәмсе."
Автор: student | Категория: Гуманитарные науки / Сочинения | Просмотров: 1968 | Комментирии: 0 | 22-03-2014 15:37

Минең ҡартатайым – сиҙәмсе.

 

Быйыл   сиҙәм  һәм   ҡалдау   ерҙәрҙе   үҙләштереүгә 60  йыл тула. Шул  айҡанлы  минең дә һеҙгә ғорурланып  һөйләр  кешем  бар.  Һүҙ  минең  ҡартатайым  Сәмиғулла  Ғизәт  улы  Аҙнабаев  тураһында.  Ул 1923 йылдың  15 декабрендә  Хәйбулла  районының Аҡҡужа   ауылында, ишле  ғаиләлә иң кесе бала булып донъяға килә. Атаһы бик иртә мәрхүм була. Шул сәбәпле, ҡартатайым 3 класс белеме менән ҡала. 9 - 10 йәштәрҙәге үҫмер малайға апай - ағайҙарына эйәреп колхоздағы төрлө эштәрҙә ҡатнашырға тура килә. Үҙ йәшенә ҡарата бик иртә икмәк игеү, ерҙе эшкәртеү кеүек эштәрҙең серҙәренә өйрәнә ул.

18 йәше тулғас, ҡартатайым Совет Әрмеһе сафына алына. Шул уҡ йылда ғәрәсәтле Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡартатайым хәрби бурысын үтәгән ерҙән, туранан - тура һуғышта ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ҡаты яралана, эргәлә генә шартлаған мина, снаряд ярсыҡтарынан кантузия ала. Һуғыш осорондағы ҡаһарманлығы тураһында музейҙа һаҡланған бик күп  орден - миҙалдары һөйләй.

1945 йылдағы Бөйөк Еңеүҙе ҡартатайым әрме сафында ҡаршылай. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, бары тик 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ҡарты ла, йәше лә берҙәм эшкә тотона. Минең ҡартатайым да *Ҡыҙыл таң* колхозында хеҙмәт юлын башлай. Эш барышында тракторист, шофер һөнәрен үҙләштерә. Ҡәртәсәйем Зарифа Абдрахман ҡыҙына өйләнеп, тормош көтә башлайҙар. (Әйткәндәй, минең ҡәртәсәйем дә тыл ветераны, 12 генә йәшендә хеҙмәт юлын башлаған).

1954 йылда Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, ҡартатайым тәүгеләрҙән булып эш башлай. Ул Аҡъяр совхозының Юлбарыҫ бүлексәһендә тракторист - комбайнсы булып, ике таҡмалы *Сталинец* комбайнында һәм ЧТЗ тракторында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн һанһыҙ почет грамоталары, значок һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Үкенескә күрә, һуғышта алған яралар, контузиялар үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. 1972 йылда, 49 йәшендә генә ҡартатайым Сәмиғулла Ғизәт улы Азнабаев йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Беҙ, уның ейән - ейәнсәрҙәре, ҡартатайымды күрмәнек. Ололарҙың һөйләүҙәре, фотоһүрәттәр аша ғына беләбеҙ. Шулай булһа ла уның өсөн йөрәгебеҙҙә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо һаҡлайбыҙ. Сөнки ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла, Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүсе хеҙмәт алдынғыһы ла!

                                                  Ҡартатайым миҙалдары

Сыңҡылдап сың - сың сыңлай…